+21 °С
Болотло
– Атай, мин ҙурайғас һинең кеүек матур буламмы? – тип һорай ти биш йәшлек Ынйы.
– Юҡ, ҡыҙым, минең кеүек түгел, ә әсәйең шикелле сибәр булырһың, йәме, – ти икән атай кеше.
– Юҡ инде, әсәйем кеүек сибәр булыр өсөн оҙаҡ ваҡыт кәрәк шул. Ысын, күргәнем бар. Ул тәүҙә ирендәренә помада һөртә, керпектәрен ҡараға буяй, ҡулын кремлай, сәсен рәтләй, унан инде тушь, пудра һибә тигәндәй... Ә һин уяндың да, йыуындың да – мап-матурһың...
Фото: triptonkosti.ru