Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы Рахманғолова Белорет районының Ноҡат ауылында тыуып үҫкән. Ул Өфөләге полиграфия училищеһын, китапханасылар техникумын һәм Стәрлетамаҡтағы педагогия академияһын тамамлаған. Әле – Ғафури районының Еҙемҡаран ауылында китапханасы.
- Ете йыл урындағы ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы вазифаһын атҡарғайным. Әле лә китапханаға ярҙам һорап киләләр, - ти Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы. – Мин эшемдә йәш быуын вәкилдәренә Тыуған илгә һөйөү, китапҡа хөрмәт тәрбиәләргә тырышам. Бер балаға булһа ла белем алыуға ынтылыш бирә алһам, ҙур бәхет.
Гөлшат Рахманғолова урындағы клубта үткәрелгән сараларҙа даими ҡатнаша. Әйткәндәй, ул балаларында ла әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятҡан. Ире Фаил Флүр улы менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Өлкәндәре Диана Стәрлетамаҡ медицина колледжында белем ала. Лиана быйыл Еҙемҡаран мәктәбендә - Х, улдары Инсаф IV класты тамамлаған.
Китапханасыларҙың эше үҙенсәлекле. Ауыл ерендә халыҡ йәшәйешен йәнләндереү, төрлө сараларҙы йәмләү кеүек бик яуаплы бурыстар ҙа һалынған уларҙың иңенә. Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы ла шундайҙарҙан.
“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы Рахманғолова өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар!
Фотолар: Гөлшат Рахманғолованың шәхси архивынан.