Өфө ҡалаһынан III класс уҡыусыһы Кирилл Ҡасимовҡа Рәсәй Президенты Владимир Путин бүләк ебәргән. Уҡыусы малай Владимир Путинға хат яҙған булған һәм Президенттан уның автографлы фоторәсемен һораған. Шулай уҡ Кирилл киләсәктә Владимир Путин менән татамиҙа (ярыш келәмендә) осрашырға теләк белдергән.
Дәүләт башлығы ебәргән бүләкте – автографлы портретты Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тапшырған. Ошо айҡанлы Өфөлә, Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә, Кирилл Ҡасимовтың үҙе һәм ғаиләһе менән осрашыу ойошторолған. Кирилл дәүләт Башлығы кеүек дзюдо менән шөғөлләнә.
Киләсәктә уның икенсе хыялы – ил Президенты менән ярыш келәмендә осрашыу теләге лә тормошҡа ашыр әле.
Фото: pfo.gov.ru