Йәмғиәт
29 Май 2024, 15:10

Ошо ирҙе эҙләйҙәр

Ул үҙ балаһынан ҡасып йөрөй...

Ошо ирҙе эҙләйҙәрОшо ирҙе эҙләйҙәр
Ошо ирҙе эҙләйҙәр

Шаран район суд приставтары Туймазы районы Собханҡол ауылы кешеһе 56 йәшлек Флүр А.-ны эҙләй. Уның бәлиғ булмаған балаһына (16 йәш) 3 500 000 һумлыҡ бурысы йыйылған. Ирҙең Мәскәү өлкәһендә ҡасып йөрөүе фаразлана, рәсми булмаған эштә, хеҙмәт урынын йәшерә.

“Ул суд приставтары хеҙмәтенә килмәне, оҙаҡ ваҡыт йәшеренеп йөрөй һәм һуңғы билдәле йәшәү урынында тап булмай, шуның өсөн Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса федераль суд приставтары хеҙмәте уны башҡарма эҙләүгә бирҙе. Әлеге граждандың ҡайҙа булыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт белеүселәргә приставтарҙың дежур часына – 89875872616, 8(347) 2735640 һандары буйынса шылтыратыуын һорайҙар”, тип хәбәр итәләр төбәк суд приставы хеҙмәтенән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас