Йәмғиәт
30 Май 2024, 16:00

Башҡортостанда йәш депутат үлгән

 Уға 36 йәш кенә булған...

Башҡортостанда йәш депутат үлгәнБашҡортостанда йәш депутат үлгән
Башҡортостанда йәш депутат үлгән

Киң мәғлүмәт сараларында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советының бишенсе саҡырылыш депутаты – 36 йәшлек Юрий Викторович Барабаш вафат булған.

Сәйәсмәндең ниндәй сәбәп һәм шарттарҙа вафат булыуы асыҡланмай, әммә туғандары уның үлеме улар өсөн көтөлмәгән хәл булыуын билдәләй.

Юрий Викторович менән хушлашыу 1 июндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Комаров урамы, 18а адресы буйынса Хушлашыу йортонда үтәсәк. Матәм митингыһы 11.30 сәғәттә башлана, тиелә "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы" рәсми төркөмөндә.

Фото сығанағы: https://t.me/c/1601276259/18121

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас