Йәмғиәт
31 Май 2024, 08:15

"Дуҫ булайыҡ!" байрамына килегеҙ

Иртәгә "Мин башҡортса һөйләшәм" ғаилә фестивале үтә.

"Дуҫ булайыҡ!" байрамына килегеҙ"Дуҫ булайыҡ!" байрамына килегеҙ
"Дуҫ булайыҡ!" байрамына килегеҙ

Дуҫтар! 1 июндә һеҙҙе бөтә ғаилә менән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған «Дуҫ булайыҡ!» байрамына саҡырабыҙ.

Сағыу, мауыҡтырғыс сара «Мин башҡортса һөйләшәм» ғаилә фестивале сиктәрендә ойошторола. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы программа, балалар һәм үҫмерҙәр баҫмалары - «Аманат», «Аҡбуҙат», «Әллүки» журналдары һәм «Йәншишмә» гәзите журналистары менән осрашыу, оҫталыҡ дәрестәре, милли һәм үҫтереүсе уйындар, бүләктәр һәм татлы күстәнәстәр көтә.

Байрам Өфөнөң "Арт-квадрат"ында үтәсәк. Сәғәт 12-лә башлана. Майҙансыҡты «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойоштора.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас