Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.
Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
Йәйҙең йәме эш менән, көҙҙөкө емеш менән.
Йәйгә сыҡһаң — ҡышты, ҡышҡа инһәң, йәйҙе уйла.
Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына торошло.
Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө.
Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
Ә һеҙҙең үҙегеҙҙең күҙәтеүҙәрегеҙ буйынса йәйҙең тәүге айы нисек буласаҡ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.