Икенсе аҙнаға һауа торошо.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 3 июндә бер аҙ ямғыр яуа. Төндә +8...+15 градус, көндөҙ +26-ға тиклем йылыта. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.
4 июнь шулай уҡ ямғырлы. Һауа температураһы ла үҙгәрешһеҙ.
5 июнь ямғырлы. Төндә йылы - +18 градус, көндөҙ +25 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.
6 июнь төштән һуң көн асыла башлай. Төндә +14...+17 градус. Көндөҙ 24 градус йылы. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә.
7 июндә лә урыны һәм ваҡыты-ваҡыты менән ямғыр яуыуы фаразлана.Төндә +14...+17 градус, көндөҙ +21...+24 градус йылы.
Киләһе ял көндәре ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар күҙаллана. 8, 9 июндә төндә +16, көндөҙ+24 градусты күрһәтә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Фото: Рузалия Ҡаһарманова. Бөрйән районы, Яңы Усман ауылы.