Йәмғиәт
3 Июнь 2024, 16:00

“Мыяу-мыяу олатай” ҡайҙа йәшәй?

“Ейәндәрең мөлдөрәп ҡарап торһа, нисек уйнамайһың инде!” – ти бәхетле олатай.

“Мыяу-мыяу олатай” ҡайҙа йәшәй?“Мыяу-мыяу олатай” ҡайҙа йәшәй?
“Мыяу-мыяу олатай” ҡайҙа йәшәй?

Ильяс Баязитовтың ейән-ейәнсәрҙәре менән ихлас шаярып төшкән видеоһына битараф ҡалып булмай. Шаян олатай Бөрйән районы Килдеғол ауылында йәшәй икән.

– Барлыҡ олатай менән өләсәйҙәр кеүек, беҙ ҙә балаларҙың, ейән-ейәнсәрҙәрҙең килеүен көтөп алабыҙ. Йәйгеһен оҙаҡҡа килһәләр, бигерәк тә күңелле, – ти ул.

Ильяс Ахунйән улы ҡатыны Рәғиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы менән 35 йыл бергә донъя көтә. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер өс ейән менән ике ейәнсәрҙәренә һөйөнөп бөтә алмайҙар.

Хөрмәтле олатай һәм өләсәйҙәр, ә һеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр каникулға ҡайттымы? Улар менән нисек итеп ваҡыт үткәрәһегеҙ?

Фото һәм видео: Инзирә Баязитова.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас