Йәмғиәт
3 Июнь 2024, 18:00

Улар бер-береһенә “матурым” тип өндәшә

50 йыл дауамында бер-береңә ҡарата хистәрҙе һыуытмай, күңел йылылығын һаҡлап ҡалыуҙың сере нимәлә икән? 

Улар бер-береһенә “матурым” тип өндәшәУлар бер-береһенә “матурым” тип өндәшә
Улар бер-береһенә “матурым” тип өндәшә

Республика райондарына эш сәфәре барышында матур күңелле кешеләр, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ татыу ғаиләләр менән танышһаң, уларҙағы нур һәм ҡот үҙеңә күскәндәй, булмышыңды байытҡандай тойола. Краснокама районының Николо-Березовка ауылында йәшәгән Флүзә һәм Дикаф Ғүмәровтар менән осрашҡандан һуң да күңелдә матур тәьҫораттар, һоҡланыу хисе ҡалды. Быйыл был өлгөлө ғаилә бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләгән.

Хеҙмәт һөйөп үҫәләр

Дикаф Суфиян улы ла, Флүзә Әсҡәт ҡыҙы ла күп балалы татыу ғаиләлә тәрбиәләнә. Бала саҡтан эшләп, һәр уңыштың нигеҙендә ныҡышмалы хеҙмәт һәм тырышлыҡ ятҡанын аңлап үҫкән быуын вәкилдәре улар. Ғаилә башлығы – ете, хәләл ефете Флүзә ханым алты балалы ҙур ғаиләнән. Сығышы менән Краснокама районының Иҫке Мошто ауылынан булған Дикаф Ғүмәров бала саҡтан тыйнаҡ, етди холоҡло, оҫта ойоштороусы була. Ер эшен яратҡан, бәләкәйҙән икмәк ҡәҙерен белеп үҫкән егет киләсәк тормошон ошо тармаҡ менән бәйләргә ҡарар итеп, Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының (әлеге ваҡытта университет – редакция) агрономия факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ғүмерлек йәрен – институттың иҡтисад факультетында уҡыған Флүзә Әсҡәт ҡыҙын осрата.

– Беҙ өс йыл дуҫлашып йөрөп, бер-беребеҙҙе ярайһы уҡ яҡшы белеп, өйләнештек, шуға күрә ғаилә тормошона өйрәнеп китеү ҡыйын булманы. Башта өс йыл Кушнаренко районында йәшәп, “Урал” колхозында йәш белгестәр булып эш башланыҡ. Артабан инде тормош юлдашымдың тыуған яғына – Краснокамаға ҡайтып, нигеҙ ҡорҙоҡ. Эшләргә лә, донъя көтөргә лә, балалар үҫтерергә лә өлгөрҙөк. Дөрөҫөн әйткәндә, “уф” тиергә лә ваҡытыбыҙ булманы, – ти Флүзә Әсҡәт ҡыҙы.

Эйе, хеҙмәттә лә, ғаилә тормошонда ла бер-береһенә терәк һәм таяныс булып йәшәй Ғүмәровтар. Дикаф Суфиян улы гел яуаплы урындарҙа эшләй: Краснокама районының “Сельхозхимия” берләшмәһендә етәксе урынбаҫары, райондың баш агрономы, ер комитеты рәйесе, Түбәнге Кама ГЭС-ының идаралыҡ начальнигы, район буйынса Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге начальнигы, экологик хәүефһеҙлек буйынса баш инспектор вазифаларын лайыҡлы башҡара. Ваҡытында йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, район Советы депутаты булараҡ, халыҡ мәнфәғәтендә лә эшләй. Ә Флүзә Әсҡәт ҡыҙы Краснокама районы хакимиәтенең финанс  бүлегендә фиҙакәр хеҙмәт юлы үтә.

– Беҙ эшләгән осор менән сағыштырғанда, хәҙер финанс тармағы ныҡ үҫеште, күп эштәр компьютер, махсус программалар ярҙамында башҡарыла. Заманында ябай ғына иҫәп төймәләрен тартып, миллион һумдарҙы теүәл иҫәпләп, пландар төҙөй, отчеттар тапшыра инек. Отчет тапшырырға Өфөгә йөрөнөк, ә өйҙә ир менән дүрт бала көтә. Тормош юлдашым һәр ваҡыт эшемде аңлап ҡараны, бөтә яҡлап ярҙам итте, – ти Флүзә Әсҡәт ҡыҙы.

Икеһенең дә тырышлығы, эшһөйәрлеге төрлө кимәлдәге маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, бүләктәр менән билдәләнгән. Бөгөн улар – дәүләт хеҙмәтенән хаҡлы ялға сыҡҡан пенсионерҙар, Дикаф Суфиян улы – Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны ла.

Ояһында ни күрһә...

Ғүмәровтарҙың ғаиләһендә дүрт бала – Рөстәм, Резеда һәм игеҙәктәр Зөлфиә менән Әлфиә матур тәрбиә алып үҫә. Уларҙың һәр береһенә юғары белем алырға, тормошта үҙ урынын табырға булышҡан өлкән Ғүмәровтар. Бөгөн балалары ғаиләле булып үҙ ояларын ҡорған, һайлаған һөнәрҙәренә ярашлы тырышып хеҙмәт итә. Ололары Рөстәм һәм Резеда – Өфөлә, Зөлфиә – Октябрьскийҙа, Әлфиә Ҡазанда төпләнгән. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, ти халыҡ әйтеме. Дикаф ағай менән Флүзә апайҙың үҙ-ара матур мөнәсәбәтен күреп, һөйөү-наҙға сорналып үҫкән балалары бөгөн олоғайып килгән атай-әсәйенә үҙҙәре ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә, терәк-таяныс булырға тырыша.

– Балаларҙы үҫтергән саҡ иң матур мәл булған икән. Хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды. Әлбиттә, ауыр мәлдәр ҙә булғандыр, айырыуса игеҙәктәрҙе – Зөлфиә менән Әлфиәне үҫтергәндә. Был осорҙа туғандарҙың ҙур ярҙамын тойҙоҡ. Һеңлеләрем бер-бер артлы отпуск алып, Николо-Березовкаға килеп, балалар ҡараша, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша торғайны. Уларға рәхмәтлебеҙ. Өлкән улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ ҙа игеҙәк һеңлеләрен ихлас ҡарашты, – ти Ғүмәровтар.

Бәләкәй саҡтарында балаларының һәләтен асырға, ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтерергә тырыша атай менән әсәй. Ҡыҙҙары Резеда музыка мәктәбенә йөрөй башлағас, фортепиано һатып алалар. Күп балалы ғаиләнең кескәй ҡыҙ өсөн шундай ҡиммәтле әйбер алыуын күреп, күптәр ғәжәпләнә. Эйе, үҙ мәлендә балаларына етерлек һөйөү-наҙ бирергә лә, кәрәк урында талапсанлыҡ күрһәтергә лә өлгәшә Флүзә һәм Дикаф Ғүмәровтар. Уның ҡарауы бөгөн шул дөрөҫ тәрбиәнең татлы емештәрен татып кинәнәләр. Әйткәндәй, ҙур ғаиләнең шатлыҡ-ҡыуанысын тағы ла ишәйтеп, биш ейән һәм бер ейәнсәр үҫеп килә, ҙурыраҡтары студенттар инде.

– Балаларыбыҙға иң тәүҙә үҙебеҙ өлгө булырға тырыштыҡ, улар беҙгә ҡарап үҫте, ишле ғаиләләргә хас берҙәмлек, бер-береңә ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттарҙы ҡанына һеңдерҙе. Беҙҙең ғаиләлә атай һүҙе, атай өлгөһө һәр ваҡыт алға ҡуйылды – быныһы инде әсәйемдең тәрбиәһе. Үҙ тормошомдо ҡорғанда күп йәһәттән әсәйемдең аҡылына, уның алтынға тиң кәңәштәренә таянырға тырыштым, – ти Флүзә ханым.

Бәхеттең сере ябай

Ғүмәровтарҙың алтын туйҙары айҡанлы урындағы район гәзитенә балалары яҙған ҡотлауҙа шундай юлдар бар:

“Матурым” тип өндәшә әсәй

Күккә сөйөп маҡтағанда.

“Матурым!!!” тип тиргәй әсәй

Шелтә һүҙе тапмағанда.

Атай-әсәй ғүмер буйы

“Матурым” тип ғүмер итә.

Ошо һүҙҙең ҡеүәте ҙур –

Күңелдәрҙе ул иретә!

Ысынлап та, Дикаф ағай менән Флүзә апайҙың бер-береһенә “матурым” тип кенә өндәшеүҙәренә беҙ ҙә шаһит булдыҡ. 50 йыл дауамында бер-береңә ҡарата хистәрҙе һыуытмай, күңел йылылығын һаҡлап ҡалыуҙың сере нимәлә икән?

– Тормош булғас, төрлө саҡтар була: ағы ла, ҡараһы ла тигәндәй. Әммә һәр ваҡыт икеңдең ҡараштары уртаҡ булыуы шарт. Бәхеттең нигеҙе – йәшәү мәғәнәһен аңлауҙа, һаулығың, ғаиләң һәм яратҡан эшең булыуҙа. Хәҙер йәштәр ғаилә ҡора ла, бәләкәй генә ауырлыҡтарҙы ла йырып сыға алмайынса, тиҙ генә хәл итеп, айырылып ҡуя. Сетерекле хәлдәрҙе уртаға һалып һөйләшергә, һөйләшкән саҡта бер-береңде ишетергә кәрәк, ә бының өсөн йөрәктәр асыҡ, күңелдәр киң, зиһен яҡты булырға тейеш. Шулай уҡ үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең бер-береңә ҡарата ихтирам-хөрмәткә һәм ышанысҡа ҡоролоуы мөһим, шул саҡта ғына ғаилә ныҡлы була, – ти Дикаф Суфиян улы.

Ғүмәровтарҙың бер-береһе тураһында тик яҡшы яҡтан ғына һөйләүе, матур сифаттарын һанауы һоҡландырҙы. “Тормош юлдашымдан уңдым. Уның сабырлығы, уңғанлығы алдында баш эйерлек, донъябыҙҙың ҡотло, нурлы булыуы – күп осраҡта йәмәғәтемдең өлөшө ул”, – ти Дикаф ағай. Флүзә апай ҙа хәләле хаҡында матур һүҙҙәрен йәлләмәй: “Балалары өсөн өҙөлөп торған атай, миңә ышаныслы терәк, туғандарға өлгө була белде”, – ти.  

Яҙ етеү менән Ғүмәровтарҙың ишек алды гөл-сәскәгә күмелә башлай һәм Флүзә апай бәпләп-ҡәҙерләп үҫтергән аллы-гөллө сәскәләр көҙгәсә был ҡунаҡсыл йортҡа килгән һәр кемдең ҡарашын иркәләй.

– Бөгөнгө тормошобоҙға, бәхетебеҙгә шөкөр тип кенә йәшәйбеҙ, әммә беҙгә бер нимә лә үҙенән-үҙе бирелмәне, йәғни барыһына ла үҙ тырышлығыбыҙ менән өлгәштек. Балаларыбыҙҙың йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй лайыҡлы йәшәүенә ҡыуанабыҙ һәм һәр кемгә шундай тулы бәхет кисерергә яҙһын, тип теләйбеҙ. Ә иң изге теләгебеҙ – Ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын. Татыулыҡҡа, именлеккә бер ни етмәй, – Ғүмәровтар.  

Ярты быуат дауамында йәшлек мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлап, иң мөһиме – шул хистәрҙе һүрелтмәй, әле булһа бер-береһен ҡәҙерләп, аяп ҡына йәшәгән матур ғаилә парына һаулыҡ, именлек теләп һаубуллаштыҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас