Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь , 08:00

Өфөнөң тарихы тәңкәлә сығыла

Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан сығарылған иҫтәлекле өс һумлыҡ тәңкәнең һаны сикле

Өфөнөң тарихы тәңкәлә сығыла
Өфөнөң тарихы тәңкәлә сығыла

Рәсәй банкы әйләнешкә  “Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл” тип яҙылған иҫтәлекле өс һумлыҡ көмөш тәңкә сығарҙы.

Диаметры 39 миллиметр булған тәңкә “Ҡала” серияһына инә, уны өс мең дана тираж менән сығаралар. Ҡиммәтле металдың ауырлығы – 925-се пробалы 31,1 грамм көмөш. Тәңкәнең кире яғында ҡала гербының рельефлы һүрәте, лазерлы эшкәртеү техникаһында эшләнгән Совет майҙаны ансамбле, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа рельефлы һәйкәл һәм “Өфө 450” яҙыуы урынлашҡан. Тәңкәне биҙәүҙә шулай уҡ милли орнамент элементтары ҡулланылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө 450 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы етди әҙерлек саралары бара.

Фото сығанағы: https://t.me/rb_russia/18214

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: