Өфөлә ике ай элек Геннадий Зәйнәғетдинов ғәйеп булғайны. Ул, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, өйөнән 17 апрелдә сығып киткән, шул көндән ҡайҙалығын белмәгәндәр.
Ирҙе “Лиза Алерт” эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре эҙләй ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле ауыр хәбәр билдәле булды: уны үле килеш тапҡандар. Ниндәй шарттарҙа һәләк булғаны тураһында хәбәр ителмәй. Уға 77 йәш булған.
1970 йылдан алып Геннадий Зәйнәғетдинов республика, төбәк һәм халыҡ-ара кимәлдәге күп күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1993 йылдан – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы. Эштәре Өфөнөң “Болоттар” заман сәнғәт үҙәгендә бер нисә тапҡыр күрһәтелгән. 2016 йылда Өфөләге Рәссамдар союзының бәләкәй залында Геннадий Зәйнәғетдиновтың 70 йәшлек юбилейы уңайынан шәхси күргәҙмәһе уҙған. Һынлы сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Геннадий Алексеевичҡа “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” һәм “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Ижадсының эштәре М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең шәхси йыйылмаларында һаҡлана.
Мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ".