Элек-электән һабантуйҙың биҙәге булып ат сабыштары тора. Быйыл да Хәйбулла районында үткән байрамда ат сабышын ҡарарға теләүселәр күп ине.
Быйыл тәүге тапҡыр ат сабышында Иҫәнгилде ауылынан 9 йәшлек Нургизә Күсәрбаева ла ҡатнашҡан. Сая ҡыҙ үҙенең "Маэстро" һәм "Малай" исемле дуҫтары менән ике арауыҡтағы ат сабышында алдынғылыҡты бирмәгән һәм беренсе, икенсе урындарға лайыҡ булған.
Киләсәктә лә аттарҙы бала саҡтан һөйгән ҡыҙ ат сабыштарында ҡатнашырға хыяллана.
Афарин, Нургизә!
Фото һәм сығанаҡ: "Хайбуллинский вестник" гәзите.