Кисә, 9 июндә, “Ҡурғаш” һыу алғысында теркәлгән авария арҡаһында Учалы ҡалаһында һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү ваҡытлыса туҡтатылды. Һыу ағыҙыуҙы туҡтатыу сәбәптәре – Учалы ҡалаһы халҡын һәм сәнәғәт предприятиеларын тәьмин итеүсе 500 миллиметр диаметрлы баҫымлы һыу үткәргес ептәһенең өҙөлөүе.
Һөҙөмтәлә, һыуыҡ һыу тәьминәтенән 160 күп фатирлы йорт өҙөлдө.
Учалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 9 июндә киске сәғәт 8-гә һыуһаҡлағыстың резерв ептәрен тоташтырыу иҫәбенә Учалы ҡалаһының Сибай урамында һәм Ленин урамындағы күп фатирлы йортта яңынан һыу бирелә башланы.
Беренсе төҙөүселәр урамы, Иманғол урамы, Учалы ҡалаһының 3-сө биҫтәһе буйынса һыу һаҡлағыс өҙөлмәне – бында һыу үткәргестең резерв ептәренән туҡланыу тәьмин ителә.
10 июндә өҙөлгән урынды бөтөрөү буйынса эштәр дауам итә. Һыу менән тәьмин итеүҙе 10 июндә көндөң икенсе яртыһында тергеҙеү планлаштырыла.
“Учалы һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы һыуҙы график буйынса автоцистерналар менән ташыуҙы ойошторҙо.
Әйткәндәй, бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Учалы районы башлығы Руслан Ғиләжетдинов Радий Хәбировҡа Учалыла һыу тәьминәтен өҙөүгә бәйле хәл тураһында хәбәр итте. Проблема бөгөн хәл ителергә тейеш.