Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь , 13:00

Өфөнән Батумиға тура рейс асыла

Төрлө илдәргә сәйәхәт итергә яратыусылар өсөн шәп яңылыҡ.

Өфөнән Батумиға тура рейс асыла
Өфөнән Батумиға тура рейс асыла

4 июлдән Red Wings авиакомпанияһы Өфө - Батуми рейстары программаһына старт бирә, тип хәбәр иттеләр Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.

Осоштар  кесаҙна көндәрендә Sukhoi Superjet 100 самолеттарҙа башҡарыласаҡ. Өфөнән осош - урындағы ваҡыт менән 10:20-лә. Осош 3 сәғәт 35 минут дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йома көндө «Өфө» аэропортынан Грузияның баш ҡалаһы - Тбилисиға осоштарҙы «Азимут» авиакомпанияһы дауам итә.

Билеттарҙы авиакомпанияның һәм «Өфө» халыҡ-ара аэропорты сайтында һатып алырға мөмкин.

Фото һәм текст сығанағы: Өфө аэропорты сайтынан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: