Йәмғиәт
11 Июнь 2024, 12:00

Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылды

Мөһим документты Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тапшырҙы һәм балаларҙың рухлы, илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләне. 

Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылдыРәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылды
Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылды

Рәсәй көнө алдынан Баймаҡ районында тантаналы сара үтте. Район хакимиәтендә 14 йәше тулған балаларға тәүге мөһим документ -  Рәсәй паспорты тапшырылды. Мөһим документты район башлығы Фәнис Әминев тапшырҙы һәм балаларҙың рухлы, илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләне. 

"Дәүләт байрамы - Рәсәй көнө алдынан бөгөн Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырҙым.
Паспорт алыу – йәштәрҙең тормошонда ҙур һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Һәр берегеҙгә тормошта Рәсәй гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөргә, дәүләтебеҙ закондарын хөрмәт итергә, тыуған илебеҙ тарихын белергә, ата - бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты һаҡларға һәм арттырырға теләйем", - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылды
Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылды
Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас