Йәмғиәт
11 Июнь 2024, 13:40

Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде

Бөгөн уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы, идарасыларҙы, төрлө һөнәр эйәләрен тәбрикләнеләр. 

Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләндеРеспубликаның төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде

Бөгөн, Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантана Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында уҙҙы. Республикала йәшәүсе 45 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың көндәре алдынан һеҙҙе ошонда, Совет майҙанына, лайыҡлы дәүләт наградаларын тапшырырға саҡырҙыҡ. Бында уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы, идарасыларҙы, төрлө һөнәр эйәләрен сәләмләүемә шатмын. Һеҙ үҙегеҙҙе илгә, тыуған республикағыҙға хеҙмәт итеүгә арнағанһығыҙ, – тип сәләмләне Радий Хәбиров йыйылыусыларҙы.

Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға махсус сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе, республиканың улар менән ғорурланыуын һәм тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләүен белдерҙе.

– Ошо еңел булмаған осорҙа беҙ берҙәмлегебеҙҙе, Ватанға тоғролоғобоҙҙо иҫбатланыҡ. Махсус хәрби операция сиктәрендә хәрби бурыстарҙы лайыҡлы хәл итәбеҙ. Туғандаш Донбассҡа ярҙам итәбеҙ. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә тыныс тормошто тергеҙеүҙә республикабыҙҙан табиптар, төҙөүселәр, юл һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша, – тине ул. – Башҡортостан да хәҙер ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде. Торлаҡ, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм спорт үҙәктәре ҙур йылдамлыҡ менән төҙөлә. Күләмле эштәр Өфөнөң – хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан алып барыла. Һәм беҙ был мөһим байрамды лайыҡлы үткәрәсәкбеҙ. Иҡтисадта, социаль өлкәләге ҡаҙаныштарыбыҙҙы арттырыуҙы дауам итәбеҙ.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, уға республика эшсәндәре тураһында күп йылы һүҙҙәр ишетергә тура килә. Һәр саҡ республикабыҙ исеменән иң абруйлы бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа сығыш яһайым ти ул.

Радий Фәрит улы бөгөн награда алған ҡайһы бер кешеләргә айырым туҡталды.

Гөлдәриә Йосопова һәм Рәмзиә Кәримова-Байбулатова “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы – иртәнге эфирҙың мөхәррире һәм алып барыусыһы, күп йылдар буйы тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итә, республика тормошон яҡтырта. Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы мөһим ваҡиғалар урындарынан репортаждар әҙерләй. Коронавирус пандемияһы ваҡытында тәүгеләрҙән булып ҡыҙыл зонанан махсус репортаж яһаны. Әле яҡташтарыбыҙҙың махсус хәрби операция зонаһындағы хәрби көндәре тураһында материалдар әҙерләй.

Бөгөн бында “Ка-32” вертолеты экипажы – Александр Богданович, Виталий Дорошин. Һуңғы ике йылда ғына улар 85-тән ашыу осош яһаған, шул иҫәптән янғын һүндереүгә лә. 2023 йылдың июлендә был тәжрибәле экипаж Белорет районында урман янғындарын һүндергән, кешеләрҙе ут ҡулсаһынан эвакуациялаған. Бөгөн уларға лайыҡлы наградалар – “Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалдары тапшырылды.

Билдәле ғалим, хирург, биш меңдән ашыу операция яһаған, оҙаҡ йылдар беҙҙең медицина университетын етәкләгән Вил Мамил улы Тимербулатов 40 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арналған. Әле Вил Мамил улы 22-се дауахананың хирургия клиникаһына етәкселек итә, хәрби-ялан шарттарында тәүге медицина һәм хирургия ярҙамын күрһәтеүгә табиптар әҙерләй. Медицина бригадаһы составында күп тапҡыр Рәсәйҙең яңы төбәктәренә барған. Бөгөн ул Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы тигән маҡтаулы исем алды.

Өфө өсөн юбилей йылында ҡалабыҙ, унда йәшәүселәр өсөн байтаҡ эштәр башҡарған кешеләр тураһында ла йылы һүҙҙәр әйтелде.”Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән Өфө ҡала Советы рәйесе, билдәле төҙөүсе Марат Вәсимов наградланды. Салауат Юлаев ордены менән - быға тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Салауат Хөсәйенов бүләкләнде.

– Һеҙҙең һәр берегеҙ тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтке килә. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, юғары профессионаллегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ һәм именлек теләйем! Бөйөк Рәсәйебеҙгә еңеү килһен! Йәнә бер тапҡыр һеҙгә – хеҙмәтегеҙ, хәрби хеҙмәткәрҙәргә хәрби хеҙмәте өсөн рәхмәт әйткем килә. Бөтә республика һеҙгә рәхмәт һәм хөрмәтен белдерһен өсөн беҙ аңлы рәүештә наградаларҙы Башҡортостандың төп майҙанында тапшырабыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ!

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк алып барған водителдәргә лә рәхмәт әйтте.

– Улар бик мөһим мәсьәләне хәл итә – егеттәребеҙ өсөн гуманитар йөктө алғы һыҙыҡҡа ташый. Әйҙәгеҙ, водителдәребеҙгә ҡул сабайыҡ, - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров бүләкләү тантанаһында ҡатнашыусыларға.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Республиканың төп майҙанында иң-иңдәр бүләкләнде
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас