12 июнь – йылдың билдәле көндәренең береһе. Ул беҙҙең өсөн өс байрамды – Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһы көнөн һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөн символлаштыра. Быйыл был байрамдар юбилей датаһына ла тура килә – Өфөбөҙ 450 йыллығын билдәләй, ә 16 июндә милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл була.
Илебеҙҙең төп байрамын Ватаныбыҙҙың сәскә атыуына көсөн һәм белемен һалған, Тыуған илебеҙҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойған һәр кем билдәләй. Ул ябай булмаған һынауҙар алдында торған рәсәйҙәрҙең берҙәмлек символы булып тора.
Беҙҙең ил үҙенең үҫешен билдәләгән осорға аяҡ баҫты. Рәсәйҙең көсө уның үҙенсәлегендә. Ул бер үк ваҡытта көнбайышҡа, көнсығышҡа һәм көньяҡҡа ҡарап, уларҙан иң яҡшыны үҙләштерә, әммә үҙенсәлеген һаҡлай. Әлеге геосәйәси хәл Рәсәйҙе үҙенең тиңлеген көсәйтеүгә этәрҙе.
Бөгөн илдең төп бурысы – суверенитетты һаҡлау, үҙ идеалдарыңды һәм принциптарыңды яҡлау, үҙ үҫешеңә инвестицияларға нигеҙләнгән иҡтисадтың уңышлы моделен булдырыу. Быға өҫтөнлөклө маҡсаттар, рухи ҡиммәттәр тирәләй тупланып, бары үҙ көсөңә һәм донъяуи ҡараштарыңа иҫәп тотоп ҡына өлгәшергә мөмкин.
Башҡортстан илдең иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль үҫешендә терәк булып тора. Беҙ Евразияның йөрәге, талантлы кешеләр иле, эре сәнәғәт һәм ауыл хужалығы кластеры.
Рәсәй – беҙҙең һәр беребеҙҙә, ә бергә беҙ бөйөк цивилизация. Байрам менән, Рәсәй! Байрам менән, һөйөклө ҡалабыҙ!
Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!