Йәмғиәт
12 Июнь 2024, 12:30

Уңайлы ла, матур ҙа

Бөгөн  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инорс биҫтәһендәге Йылы күл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Уңайлы ла, матур ҙаУңайлы ла, матур ҙа
Уңайлы ла, матур ҙа

Бөгөн, Өфө ҡалаһы көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инорс биҫтәһендәге Йылы күл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Яр буйы зонаһын реконструкциялау концепцияһы «Йылы яр» исемен йөрөтә. Уны Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү Институты, «8-се Проект төркөмө» һәм Өфө хакимиәте белгестәре урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып әҙерләгән. Төп бурыс – йәмәғәт киңлектәренең берҙәм системаһын булдырыу һәм Йылы күл янында тәбиғи рекреацион территорияның потенциалын асыу.

Баландин бульвары буйлап Мушников урамынан һыу ятҡылығына тиклем һәм яр буйы биләмәһенең бер өлөшөн төҙөкләндереүҙең беренсе этабын 2022 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырғандар.

Быйыл икенсе этап тамамланасаҡ, ул һыу буйында ял итеү зоналарын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 531,2 миллион һум тәшкил итәсәк.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, подряд ойошмаһы йәйәүлеләр зонаһын, велосипед юлдарын һәм ял итеү урындарын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Бордюр таштары ҡуялар, асфальт һалалар. Шулай уҡ пляж зонаһын төҙөкләндереү буйынса эштәр бара.

Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр республиканың идара итеү командаһына йәмәғәт биләмәләрен һәм парк зоналарын төҙөкләндереү буйынса эше өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Беҙҙең өсөн күлдең экосистемаһын һаҡлап ҡалыу, һыу ятҡылығы тирәһендәге йәшел зонаны тәртипкә килтереү, биләмәне таҙартыу, уны ял итеү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү мөһим ине. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың фекерен һәм мәнфәғәттәрен иҫәпкә алдыҡ, был парктарҙы, скверҙарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереүҙә һәм реконструкциялауҙа һәр ваҡыт иң мөһим шарттың береһе булып тора. Минеңсә, Инорста төрлө йәштәге кешеләр өсөн шарттар булған матур йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килде, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Хәҙер халыҡ өфөләргә билдәле Николай Гастелло исемендәге стадионды төҙөкләндереүҙе һорай. Уны реконструкциялауҙы 2025 йылда башларға планлаштыралар.

Фото: glavarb.ru

 

Уңайлы ла, матур ҙа
Уңайлы ла, матур ҙа
Уңайлы ла, матур ҙа
Уңайлы ла, матур ҙа
Уңайлы ла, матур ҙа
Уңайлы ла, матур ҙа
Уңайлы ла, матур ҙа
Уңайлы ла, матур ҙа
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас