Йәмғиәт
14 Июнь 2024, 12:50

Башҡортостан делегацияһы Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнаша

Сараға 70 мең самаһы кешенең килеүе көтөлә.

Башҡортостан делегацияһы Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнашаБашҡортостан делегацияһы Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнаша
Башҡортостан делегацияһы Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатанаша. Ул Пермь крайының Барҙы ауылында 14-16 июндә үтәсәк.

«Барҙа йыйыны» фольклор байрамына Рәсәйҙең 50 субъектынан делегаттар йыйыласаҡ. Сараға 70 мең самаһы кешенең килеүе көтөлә.

Башҡортостан делегацияһы составында күрше Пермь еренә власть органдары вәкилдәре, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, Тәтешле һәм Дүртөйлө райондары етәкселәре барасаҡ, улар байрамда башҡорт ихатаһын күрһәтәсәк.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-06-14/delegatsiya-bashkirii-primet-uchastie-vo-vserossiyskom-selskom-sabantue-v-permskom-krae-3809591

Фото: Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйын ойоштороу комитетынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас