Йәмғиәт
14 Июнь 2024, 18:15

Етенсе форум юғары кимәлдә үтте

Балалар тәрбиәләү менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнгән 15 ғаиләгә наградалар тапшырылды.

Етенсе форум юғары кимәлдә үттеЕтенсе форум юғары кимәлдә үтте
Етенсе форум юғары кимәлдә үтте

 “Торатау” конгресс-холында  алмаштырыусы ғаиләләрҙең йыл һайын ойошторолоусы  VII форумы үтте.

Программа Ғаилә йылында айырыуса  күңелле сараларға бай булды. Ата-әсәләр өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, лекция һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Өфө ҡалаһының Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләр һәм профилле ойошмалар өсөн шәхси консультациялар үткәрҙе. Юридик бүлек начальнигы Владислав Жирнов опекундар өсөн отчет төҙөү үҙенсәлектәрен аңлатты. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Эльза Мөслимова һәм баш юрист-консульт Айгөл Хилалова баланың торлаҡҡа хоҡуҡтары тураһында форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Күҙәтеү эшмәкәрлеген ойоштороу бүлегенең төп белгесе Наилә Зараева тәрбиәләнеүселәрҙең йәйге ялын ойоштороу буйынса консультациялар үткәрҙе.

Форум эшендә федераль эксперттар ҙа ҡатнашты. Сара “Өйгә ҡайтабыҙмы?” темаһына асыҡ диалог менән тамамланды. Унда алмаштырыусы ата-әсәләр, опека һәм попечителлек органдары белгестәре ҡатнашты. Сара аҙағында балалар тәрбиәләү менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнгән 15 ғаиләне наградлау церемонияһы үткәрелде.

Фото: https://vk.com/wall-112243977_5183

 

Етенсе форум юғары кимәлдә үтте
Етенсе форум юғары кимәлдә үтте
Етенсе форум юғары кимәлдә үтте
Етенсе форум юғары кимәлдә үтте
Етенсе форум юғары кимәлдә үтте
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас