+20 °С
Болотло
Бөгөн Өфөлә Медиайыйын үтә. Республика журналистары һөнәри байрамын да билдәләй.
Ошо айҡанлы, форум барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында "Башҡортостан" гәзитенең мәғариф бүлеге мөдире Гөлдәр Яҡшығолова ла бар. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!