Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь , 09:00

Кинйәбикә инәй мөнәжәттәре

Моңло итеп йырлай, төрлө спектаклдәрҙә ҡатнаша, хатта ир-егеттәр образын шул тиклем килештереп уйнай, исем-шәрифен әйтмәйенсә, уның ҡатын-ҡыҙ икәнлеген дә белмәй тамашасы. 

Кинйәбикә инәй мөнәжәттәре
Кинйәбикә инәй мөнәжәттәре

Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәгән Кинйәбикә Мәмбәтованы районда яҡшы беләләр. Бар яҡлап талантлы һәм дәртле ағинәй ауылдарында ғына түгел, районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. 

Моңло итеп йырлай, төрлө спектаклдәрҙә ҡатнаша, хатта ир-егеттәр образын шул тиклем килештереп уйнай, исем-шәрифен әйтмәйенсә, уның ҡатын-ҡыҙ икәнлеген дә белмәй тамашасы. Ә бит Яңы Украинка ауылынан Сәғиткә килен булып төшкәнендә йүнләп башҡортса ла белмәй, аңламай. Шуғалыр ҙа уның менән булған ҡыҙыҡ хәлдәрен әле лә ауылдаштары мәҙәк итеп хәтерләп ала, ул сағында бер ҙә көлкө булмаһа ла.

Бөгөн Кинйәбикә Ғүмәр ҡыҙы ире Рафиҡ Мәмбәтов менән бәхетле ҡартлыҡ кисерә, ауылдың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе.

Күптән түгел Кинйәбикә инәйҙең 75 йәшлек күркәм юбилейы үткән. Бәхетле пар ике улға һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткән, әле уларҙың 11 ейән-ейәнсәрҙәре, ете бүлә-бүләсәләре бар.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: