Йәмғиәт
18 Июнь 2024, 16:10

Эштәр графикка ярашлы бара

Баш ҡаланың 450 йыллығын байрам итеү барышында асылырға тейешле ҙур социаль һәм спорт объекттарын төҙөү барышы тикшерелде.

Эштәр графикка ярашлы бараЭштәр графикка ярашлы бара
Эштәр графикка ярашлы бара

18 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Өфөлә 2024 йылда баш ҡаланың 450 йыллығын байрам итеү барышында асылырға тейешле ҙур социаль һәм спорт объекттарын төҙөү барышы тикшерелде.

Әйтәйек, 2024 йылдың 31 авгусында Өфөнөң Октябрь районында Көрәш һарайын асыу тантанаһы була. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артём Ковшов объектта эштәр график буйынса алып барылыуын, уның әҙерлеге 75 процент тәшкил итеүен хәбәр итте. Төҙөүселәр ҡыйыҡты, елләтеү һәм кондициялау системаларын монтажлай, биналарҙа эске һәм тышҡы биҙәү эштәрен башҡара. Бынан тыш, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү эштәре башланған.

Инорс биҫтәһендә ишкәкле слалом комплексының беренсе сиратын төҙөү тамамлана. Төҙөүселәр бында яһалма ҡаршылыҡтар ҡуя, шулай уҡ 2024 йылдың көҙөндә ҡоролма ярыштарҙы ҡабул итергә әҙер булһын өсөн эргә-тирәһен төҙөкләндерә. Объектты Өфөлә “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумы барышында асыу күҙаллана. Тиҙҙән комплекс биләмәһендә административ бина ла һалынасаҡ.

2024 йылдың көҙөндә Өфөлә Рәмил Әйүпов исемендәге Фехтование үҙәге лә ишектәрен аса. Был объекттың әҙерлеге – 65 процент. Бында ҡыйыҡты монтажлау һәм фасад эштәре башланған.

Республика Башлығы үҙәктәрҙе һәм ҡоролмаларҙы ваҡытында спорт һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырыу кәрәклегенә иғтибар итте.

Тағы ла бер юбилей объекты – Кузнецов затоны биҫтәһендә 2,2 мең урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе. 2025 йылда эшләй башлаясаҡ уҡыу йорто Волга буйы федераль округында иң ҙуры буласаҡ тип күҙаллана.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев кәңәшмәлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе капиталь ремонтлау барышы, шулай уҡ баш ҡаланың Ленин, Карл Маркс, Пушкин, Коммунистик һәм Яңы күпер урамдарын яңыртыу тураһында хәбәр итте. Уларҙа тротуар япмаһын һәм бордюрҙарҙы алмаштырыуға, шулай уҡ тарихи биналарҙы ремонтлауға тотонғандар.

Бынан тыш, Нефтехимиктар мәҙәниәте һәм ял паркын, Башҡортостандың Урмансылар паркын, Дәүләт ҡурсаҡ театры янындағы балалар майҙансығын һәм “Ҡурай менән малай” фонтаны янындағы майҙанды төҙөкләндерәләр.

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса эштәр финиш һыҙығына сыҡты, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

- Быйыл Өфөнөң йәмәғәт урындарын һәм объекттарын тәртипкә килтерергә планлаштырабыҙ. Өфө үҙенең юбилейын таҙа, уңайлы һәм ҡыҙыҡлы итеп ҡаршыларға тейеш, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас