Йәмғиәт
18 Июнь 2024, 05:45

Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә оло ҡайғы

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә оло ҡайғыҠунаҡҡоловтар ғаиләһендә оло ҡайғы
Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә оло ҡайғы

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтарҙың хәл-әхүәле тураһында йыш таныштырып торабыҙ. Белеүебеҙсә, нәҫел сире сәбәпле инвалид булып, ауыр ғына шарттарҙа йәшәгән егеттәрҙең көнитмешенә, проблемаларына тәүгеләрҙән булып Рәхмәт ауылында йәшәгән Идиә Ғәлимова иғтибар итә һәм журналистар Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова һәм башҡалар киң йәмәғәтселеккә еткерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауыр хәбәр еткерәбеҙ: уларҙың иң өлкән ағаһы Фәиз мәрхүм булған. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова хәбәр итә:

"Ҡунаҡҡоловтарымдың иң өлкәне Фәиз ағай мәрхүм булып ҡалды. Оҙаҡ йылдар инвалид коляскаһында ултырһа ла тормошҡа, кешеләргә һөйөүен юғалтмаған, йыр-моңға ғашиҡ, сабыйҙарса эскерһеҙ, сабыр, ихлас күңелле кеше ине ул. Бөгөн ошо хәбәрҙе ишеткәс тә "Ярай әле өйҙәренә һыу, канализация, газ үткәреп өлгөрҙөк. Ғүмеренең һуңғы йылдарын булһа ла заманса шарттарҙа, уңайлыҡтар менән йәшәп өлгөрҙө" тип ҡыуандым. Йәнең йәннәттә булһын, Фәиз ағай. Тормош юлында һеҙҙе осратыуыма рәхмәтлемен! Һеҙҙең менән аралашыу миңә донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән бағырға, бөтә ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырға, һәр бер көндөң ҡәҙерен белергә өйрәтте. Рафиҡ менән Рәфискә, Гөлфиәгә сабырлыҡ теләйем",  - тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Беҙ ҙә Ҡунаҡҡоловтарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уларға сабырлыҡ, рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ.

Сығанаҡ һәм фотолар: Рәмзиә Кәримова - Байбулатова

Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә оло ҡайғы
Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә оло ҡайғы
Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә оло ҡайғы
Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә оло ҡайғы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас