Йәмғиәт
20 Июнь 2024, 16:40

20 йылдан һуң: район хакимиәте башлығы журналистар семинарында элекке төркөмдәшен осратҡан

Ул Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге директоры Әлфира Мостафина булып сыҡты. 

20 йылдан һуң: район хакимиәте башлығы журналистар семинарында элекке төркөмдәшен осратҡан20 йылдан һуң: район хакимиәте башлығы журналистар семинарында элекке төркөмдәшен осратҡан
20 йылдан һуң: район хакимиәте башлығы журналистар семинарында элекке төркөмдәшен осратҡан

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Талҡаҫ күле янында "Журналистика оҫтаханаһы" Көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһе журналистарының семинары үтте.

"Баймакский вестник" гәзите хәбәр итеүенсә, сарала район башлығы Фәнис Әминев ҡатнашыусылар араһында үҙенең курсташы, "Хайбуллинский вестник" гәзитенең баш мөхәррире Әлфирә Мостафинаны (ул егерме йылдан ашыу элек Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыған) осратҡан.

- Көтөлмәгән осрашыу! Заманында беҙ бергә уҡыныҡ, ә бөгөн мин уны ҡатнашыусылар рәтендә күрәм, - тигән  район етәксеһе һәм был уҡыу йортонда  уға идара итеү тураһында яҡшы белем биреүен өҫтәгән.

Төркөмдәштәрҙең йылы осрашыуына журналистар ҙа ҡыуанған.

Фото һәм сығанаҡ: "Баймакский вестник" гәзите

20 йылдан һуң: район хакимиәте башлығы журналистар семинарында элекке төркөмдәшен осратҡан
20 йылдан һуң: район хакимиәте башлығы журналистар семинарында элекке төркөмдәшен осратҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас