Йәмғиәт
20 Июнь 2024, 15:00

Ағинәй 100 йәшен билдәләне

Был юбилейҙы ныҡ, тормошто яратҡан, аҡыллы һәм изге күңелле кешеләр генә билдәләй алалыр.

Ағинәй 100  йәшен билдәләнеАғинәй 100  йәшен билдәләне
Ағинәй 100 йәшен билдәләне

Ошо көндәрҙә Өфөлә йәшәгән Тәнзилә Карюкова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итә.

"Тәнзилә Мөхәмәтйән ҡыҙының бала сағы һәм йәшлеге илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорға тура килгән. Әммә, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, һынмайынса, ул тормошта үҙ юлын тапҡан. Тәнзилә Мөхәмәтйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар һаҡлыҡ кассаһында эшләгән. Был өлкәлә яуаплылыҡ, ғәҙеллек һәм намыҫлылыҡ кеүек сифаттар кәрәк, шуның өсөн дә тирә-йүндәгеләр уны ихтирам иткән.

100 йәшлек юбилейҙы ныҡ, тормошто яратҡан, аҡыллы һәм изге күңелле кешеләр генә билдәләй алалыр, — тип яҙа ул. — Хөрмәтле Тәнзилә Мөхәмәтйән ҡыҙы! Күҙҙәрегеҙҙәге яҡты осҡон һүнмәһен. Һеҙгә һаулыҡ һәм көс-дәрт теләйбеҙ, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һөйөүенә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға сорналып йәшәгеҙ. Йөҙ йәшлек юбилейығыҙ менән!" - тип яҙған Илвир Нурдәүләтов.

Өфө йөҙйәшәрен беҙ ҙә олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да һаулыҡ-сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Фото һәм сығанаҡ: телеграм- канал

Автор:Карима Усманова
Читайте нас