Сибай ҡалаһында бергә уҡыған ҡыҙҙы "Мин һине үлтерәм!" тип туҡмаған студент егет тураһындағы хәбәрҙәр һәм видеолар Интернетта йәшен тиҙлегендә таралды. Тәүҙә "миңә уның илағанын күреүе рәхәт, кәрәкһә, егетме, ҡыҙмы, ете йәшлек баламы - ҡарап тормай кәрәген бирәсәкмен" тип видео яҙҙырған егет тиҙҙән ғәфү үтенеп сығыш яһаны. Әммә уны уҡыуҙан ҡыуасаҡтар, тигән хәбәр ишетелде.
Ҡыҙ әле дауаланғанын әйтеп, егетте ғәфү итмәйәсәген белдергән. Уның атаһы әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла һәм өс ай тирәһе инде бәйләнешкә сыҡмай икән. Ә студент уны туҡмағанда ғаиләһен дә насар яҡтан телгә алған булған.
Әле килеп, "Что происходит в Башкирии" вк-төркөмө яҙыуынса, МХО-лағы яугирҙәрҙең был һуғыш суҡмарына видеосәләм ебәреүе билдәле булды. Уны беҙҙең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡарағыҙ.
Фото: видеонан скриншот.