Был хәл быйыл Яңы йыл осоронда Иглиндә булғайны. Илаған балаһын тынысландырмаған өсөн иҫерек ир ҡатынын сүкеш менән туҡмай. Ә һуңынан ҡанһырап ятҡан ҡатынды ташлап өйөнән сығып китә һәм юғала. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс хоҡуҡ һаҡсылары уны таба һәм СИЗО-ға ултырта.
Әлеге ваҡытта ир тәфтиш изоляторында ултыра һәм суд көтә. Ҡатынын үлтерә яҙғансы туҡмаған өсөн уны оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ултыртыуҙары бар. Әйткәндәй, ул быға тиклем кеше үлтергәне өсөн ултырған булған. Ә ҡатын менән улар колонияла ултырған саҡта танышҡан һәм өйләнешкән.
Әле иһә Екатерина үҙен үлтерә яҙған элекке ирен ғәфү иткән һәм уны өйгә ҡайтарыуҙарын һорай. Яратам һәм унһыҙ йәшәй алмайым ти. Шулай уҡ ир уға әхлаҡи зыянды ҡаплау өсөн ҙур сумма аҡса күсерҙе ти. Екатерина был турала видео ла яҙҙырған.
Мөхәббәт һуҡыр була шул...
Фото: Телеграм.