Йәмғиәт
23 Июнь 2024, 14:00

Игебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланы

400-ҙән ашыу кеше Һаҡмар буйында уҙған Шәжәрә байрамына йыйылды.

Игебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланыИгебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланы
Игебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланы

17 йыл үткәс, Игебайҙың вариҫтары йәнә нәҫел ептәрен барланы. Игебаевтарҙың 400-ҙән ашыу вәкиле Һаҡмар буйында, Йәнтеш ауылы янындағы “Ҡурай” туристик базаһында уҙған Шәжәрә байрамына йыйылды.

Һуңғы осрашыуҙан һуң нәҫелдең шәжәрәһе тағы ла тулыланып, унда яңы быуындар, исемдәр урын алған. Ошо арала “Игебаевтар шәжәрәһе” исемле китап баҫтырып сығарырға ла ирешкән улар.  

Мәртәбәле сара аят уҡыуҙан, матур, изге теләктәр теләүҙән башланып китте. Һәр бер тармаҡтың вәкиле яҡындары һәм туғандары менән таныштырып сыҡты. 

Артабан шәжәрәнең тарихы буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Бергәләп ҡорбан ашынан ауыҙ иткәндән һуң, сара концерт сығыштары, уйындар һәм ярыштар, "Ырыу һылыуы" һәм "Ырыу батыры" бәйгеләре,  Нуритдин Игебаев иҫтәлегенә "Иманлы балалар - киләсәгебеҙ" исемле Ҡөрьән аяттарын яттан һөйләү конкурсы, оҫталыҡ дәрестәре менән дауам итте.

Игебай вариҫтары тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.

Фото һәм текст сығанағы: Раян Атанбаев

Игебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланы
Игебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланы
Игебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланы
Игебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланы
Игебай вариҫтары нәҫел ептәрен барланы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас