Йәмғиәт
23 Июнь 2024, 18:00

Кис ултырҙыҡ урамда...

Шәптекәйҙәр самауыр сәйе эсеп, йырҙар йырлап, уйындар уйнап алған.

Кис ултырҙыҡ урамда...Кис ултырҙыҡ урамда...
Кис ултырҙыҡ урамда...

Элек көтөү ҡайтҡас, тиҙ генә эштәрҙе бөтөп ҡапҡа төбөндә кис ултырыуға сыға торғайнылар. Хәҙер кис түгел, көндөҙ ҙә урамда кеше күренмәй тиерлек. Ашыға-ашыға йомошобоҙҙо йомошларға барабыҙ ҙа, ҡайтып, йәнә йортобоҙға сумабыҙ.

Ә шулай ҙа һағындыра кис ултырыуҙар. Унда төрлө ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр һөйләнә, ауылдағы ваҡиғалар барлана ине.

Лилиә Хөснуллина ошо хаҡта: "Хәҙер уйлап ҡарайым да, йырағая барған ул заманда кешеләр ябай, эскерһеҙ булған. Улар ябай тормоштоң матурлығын тоя белгән икән тием", - тип яҙып, күмәкләшеп шул йоланы тергеҙеп кис ултырыуҙарынан фото һәм видеояҙмалар һалған.

Уларҙа самауыр сәйе, уйындар, йырҙар... Элекке мәлдәргә ҡайтҡандай булынды.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-213168279_105593

Кис ултырҙыҡ урамда...
Кис ултырҙыҡ урамда...
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас