"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһын йәмәғәт яҡлау штабында бер нисә сара үтте. Күренекле яҙыусы, полковник Илдус Сәғитовтың китабының исем туйы, "АРТ-концепт Башҡортостан" тигән һүрәттәр күргәҙмәһе, танылған сәйәсмән Владимир Савичтың "Һайлау алды кампанияһы бөгөнгө ысынбарлыҡта" исемле сығышы, "Политстарт" проекты сиктәрендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың йәштәр менән осрашыуы - шуға асыҡ миҫал. Бынан тыш, ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан һалдаттар малай һәм ҡыҙҙарҙы төрлө ҡоралдар менән таныштырҙы, әйтәйек, Калашников автоматын һүтеп-йыйырға өйрәтте.
Өфө ҡалаһы 40-сы урта мәктәптең X класс уҡыусыһы Илья Воробьев, каникулда булыуына ҡарамаҫтан, иптәштәре менән Штабҡа ашыҡҡан.
– Айырыуса ҡулыма автоматты тотоп ҡарау оҡшаны, үҙемде бер башҡа үҫкәндәй тойҙом, киләсәктә тормошомдо хәрбигә арнарға уйлайым, – тип һөйләй Илья Воробьев.
Фото: Илдар Аҡъюлов.