Йәмғиәт
25 Июнь 2024, 16:40

Төньяҡ-көнбайыш журналистары йыйыла

Семинар-кәңәшмә Баҡалы ауылының район Мәҙәниәт һарайында уҙғарыла.

Төньяҡ-көнбайыш журналистары йыйылаТөньяҡ-көнбайыш журналистары йыйыла
Төньяҡ-көнбайыш журналистары йыйыла

Республикала төньяҡ-көнбайыш райондары журналистарының "Журналистика оҫтаханаһы» семинары үтәсәк. Семинар-кәңәшмә Баҡалы ауылының район Мәҙәниәт һарайында уҙғарыла.

Благовар, Бүздәк, Баҡалы, Саҡмағош, Кушнаренко, Илеш, Дүртөйлө, Шаран мәғлүмәт үҙәктәре гәзиттәре редакцияларынан журналистарҙы бай программа көтә. Тәжрибәле спикерҙар нисек аҙналыҡ йыйыу, рус һәм башҡорт телдәрендә сифатлы контент булдырыу, фотоһүрәттәр төшөрөү һәм эшкәртеү үҙенсәлектәре, нейро селтәрҙәре менән эшләү һәм башҡа бик күп нәмәләр тураһында һөйләйәсәк.

Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусылар балалар приютына барасаҡ һәм тәрбиәләнеүселәргә бүләк тапшырасаҡ. Баҫма киң мәғлүмәт саралары журналистары тәжрибәләре, үҙҙәренең иң яҡшы эшләнмәләре һәм ижади табыштары менән уртаҡлаша аласаҡ, был, һис шикһеҙ, артабанғы эш һөҙөмтәлелегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Журналистар семинары Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды гранты иҫәбенә ойошторола.

 #АНОРазвитие
#ГрантыРБ #ФСГОРБ#смигранты2024
#МастерскаяЖурналистики

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас