Яңауыл районының ҡатын-ҡыҙҙар советына етәкселек иткән Илһөйәр Проскурякова - төрлө йәһәттән әүҙем, алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр шәхес. Был төбәктә уны белмәгән кеше һирәктер, сөнки Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй, һәр эшкә ҙур дәрт, ихлас теләк менән тотона һәм башлағанын мотлаҡ аҙағына еткереп ҡуя торған гүзәл заттан. Тырыш хеҙмәте менән яҡташтарының оло хөрмәтен ҡаҙанған, кеше хәленә инә белгән, киң күңелле, оло йөрәкле шәхес ул. Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яңауыл районының Почетлы гражданы, әүҙем йәмәғәтсе, шәп баҡсасы Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы менән ойошторолған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
– Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы, һеҙҙәге ныҡышмалылыҡ, егәрлелек, маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшеп йәшәү кеүек матур сифаттар ҡайҙан килә?
– Бала сағым Яңауыл районының Вотяк Ушъяҙы ауылында үтте. Атай-әсәйем бик белемле, зыялы кешеләр булды. Әсәйем Мәсүрә Нурый ҡыҙы ферма мөдире булып эшләне, әүҙем йәмәғәтсе, депутат булараҡ, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәне. Атайым Ҡәүи Зыя улы үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, тәртип яратҡан кеше ине. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Берлинғаса данлы юл үткән яугир. Һуғыштан һуң күреү һәләте насарайып, һуҡырайҙы. Шулай ҙа бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Һәр иртәне физик күнекмәләр эшләүҙән башлап ебәрә торғайны. Ауылдаштар араһында район гәзите йәмәғәт хәбәрсеһенең абруйы ҙур булды, уға һәр ваҡыт кәңәшкә киләләр ине.
Атай-әсәйем беҙҙе, өс ҡыҙын, кесе йәштән хеҙмәт һөйөргә, бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа өйрәтте. Ғаиләлә гел ҡыҙ балалар булғанға күрә, эш айырманыҡ. Бәләкәйҙән ауыр физик көс талап иткән шөғөлдәрҙе үҙ иттем. Был йәһәттән әсәйемә оҡшағанмындыр, тим, уны “яулыҡлы ағай” тип йөрөттөләр.
Мин дә ололар ыңғайына бесән саптым, утын ярҙым, баҡсала ер ҡаҙҙым. Бала саҡтан спорт менән дуҫ булдым: ҡыш саңғыла йөрөргә, йәйгеһен велосипедта елдерергә, Ушъяҙыла йөҙөргә яраттым. Йорт-ихаталағы эштәрҙе тиҙ генә теүәлләйем дә йылғаға йүгерәм, көнөнә биш-алты тапҡыр һыу инә торғайным. Ушъяҙы ауылдан саҡрым ярым самаһы ситтән аға, ағымы шәп, һыуы һалҡын, әммә был мине ҡурҡытмай, киреһенсә, сыныҡтыра. Бына шулай, атай-әсәйемдең матур тәрбиәһе, хеҙмәт һәм спорт холҡомдо ла, рухымды ла нығытҡандыр, тип уйлайым.
VIII кластан һуң атайым мине 3-сө урта мәктәптең рус класына уҡырға бирҙе. Әлбиттә, өйрәнеп китеү еңел булманы, әммә бында уҡыу ныҡышмалылыҡ, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерҙе. Ошо уҡ сифаттар туғандарымдың холҡонда ла ярылып ята. Ғаиләләге өс ҡыҙҙың да хеҙмәте “атҡаҙанған” исеме менән билдәләнде: апайым – Удмурт Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, һеңлем – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
– Һеҙ ғүмерегеҙҙең 40 йылдан ашыуын Яңауыл районының китапханалар селтәрен үҫтереүгә арнағанһығыҙ, шуның 32 йылында район китапхана системаһын етәкләгәнһегеҙ. Хеҙмәт йылдарығыҙҙы барлап, үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?
– Шөкөр, тим, хеҙмәттән бәхетем булды. Һәр ваҡыт һәр эште урын-еренә еткереп, теүәл итеп башҡарырға яраттым, башҡаларҙан да шуны талап иттем. Хеҙмәт йылдарымда Яңауыл районының китапханалар селтәрен республикала иң алдынғылар рәтенә сығарыуым менән ғорурлана алам. Шулай уҡ китапхана өсөн тирә-яҡта тиңе булмаған, уңайлы, заманса бина төҙөтөүгә өлгәштем. 200 мең дана китапҡа иҫәпләнгән мәғрифәти һәм мәҙәни үҙәктең проект-смета документтарын булдырыу, биҙәү, йыһазландырыу эштәрендә лә булышлыҡ күрһәттем. Ғөмүмән, был төҙөлөш барышында бөтә коллектив менән туранан-тура ҡатнаштыҡ. Кәрәк икән, кирбесен дә ташыныҡ, йыйыштырҙыҡ, буяныҡ. Төҙөүселәр “һеҙҙән бик шәп прораб сығыр ине” тип шаярта торғайны. Әлбиттә, бик мәшәҡәтле осор, көс һәм ваҡыт талап иткән эш булды ул, әммә йырып сыға алдыҡ. Һөҙөмтәлә бөгөн районыбыҙ бына тигән китапхана бинаһына эйә.
– Бөгөн, тиҫтә йылға яҡын хаҡлы ялда булыуығыҙға ҡарамаҫтан, һеҙҙе эшмәкәр, әүҙем ханым тип беләбеҙ. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына уңышлы етәкселек итә, төрлө йүнәлештәге проекттар булдырып, гранттар яулауығыҙ хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Ошо хаҡта ла һөйләгеҙ әле.
– 2015 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Әммә миңә, бар булмышым менән әүҙем кеше булараҡ, кешеләр араһында булыу мотлаҡ. Үҙемдең барлыҡ көс-энергиямды район ҡатын-ҡыҙҙар советының эшмәкәрлеген йәнләндереүгә йүнәлттем. Был ойошманы 2013 йылдан етәкләйем.
Совет менән берлектә коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырып, төрлө проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырабыҙ, гранттар яулайбыҙ. Ошоғаса 10 социаль проектты ғәмәлгә ашырҙыҡ, әле 11-сеһенә ярашлы ҡыҙыҡлы саралар ойошторабыҙ. Әлегеһе “Һин яңғыҙ түгел” тип атала һәм психоневрология интернаты менән берлектә тормошҡа ашырыла. Уның менән Президент гранттары конкурсында еңеү яуланыҡ. Проектыбыҙ психоневрология интернатында йәшәгән ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатын итеп ҡуя. Социаль проекттар эшләгәндә тәү сиратта мохтаждарға ярҙамлашыуҙы, уларҙың тормошон яҡшыраҡ, яҡтыраҡ итеү ниәтендәмен.
Президент гранттарынан тыш, Башҡортостан бюджетынан субсидия алыу, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды үткәргән конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ. Бындай эштәргә ҡурҡмайынса, ҡыйыу тотонорға һәм башлағаныңды аҙаҡҡаса еткерә белергә кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ҡарамағындағы “Тормош шатлығы” клубына райондың оло йәштәге кешеләре ҙур теләк менән йөрөй. Уның нигеҙендә “көмөш” ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү менән шөғөлләнәм. Ошо клубҡа берләшкән 35 әүҙемсе социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Берләшмәгә ир-егеттәрҙең, ғаилә парҙарының инеүе ҡыуандыра. Шулай уҡ социаль проекттарға ярашлы, һуңғы өс йылда ауылдарға йөрөп, осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Табип-гериатр ололарҙың сәләмәтлек үҙенсәлектәренә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр үткәрә. Тренер ҡатнашлығында һауыҡтырыу гимнастикаһы ойошторабыҙ. Әлегәсә ошо матур башланғысҡа биш ауыл халҡын йәлеп итә алдыҡ.
Бынан тыш, төрлө спорт ярыштары, матур йөкмәткеле конкурстар гөрләп үтә. Мәҫәлән, “Ҡәйнәләр һәм килендәр” конкурсы, “Игеҙәктәр парады”, “1000 велосипедсы” уҙышы һәм башҡа саралар райондаштарҙың күңеленә хуш килде. Был сараларҙың халыҡҡа файҙалы булыуын күреү тағы ла яңы башланғыстарға дәртләндерә. Мәҫәлән, “1000 велосипедсы” конкурсын үткәрә башлағас, Яңауылда ике тәгәрмәсле техниканы үҙ итеүселәрҙең арта барыуы күҙәтелә. Үҙем дә, атта һыбай сабырға, йөҙөргә, велосипедта, саңғыла йөрөргә яраттым, һуңғы йылдарҙа тау саңғыһын үҙләштерҙем. Быларҙы ни өсөн һөйләйемме? Теләк булғанда һәм маҡсат ҡуйып йәшәгәндә, барыһына ла өлгәшеп була.
– Йәмәғәт эшмәкәрлегегеҙ ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән генә сикләнмәй. Шулай бит?
– Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булараҡ, мәҙәни мираҫты, туған телдәрҙе һаҡлау буйынса маҡсатлы эштәр алып барабыҙ. Ғөмүмән, һәр кеше үҙенең тамырҙарын белергә, тарихын хөрмәт итергә тейеш, тип һанайым. Һеңлем Гөлнара Вәлиева менән Фәрхетдиновтар нәҫеленең шәжәрәһен 14-се быуынға тиклем өйрәнеп, ошо эш менән республика конкурсында ҡатнашып, “Шәжәрәне ентекле өйрәнгән өсөн” номинацияһында еңеүсе булып танылдыҡ.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырһағыҙ ине.
– Ике ҡыҙыбыҙҙы ла – Светлана менән Надежданы үҙебеҙҙең өлгөлә хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерергә тырыштыҡ. Шөкөр, бөгөн улар тормошта үҙ урынын табып, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә, һөнәри йәһәттән дә уңышлылар. Тормош юлдашым Николай Леонидович менән мине ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетенә өлгәштерҙеләр. Әйткәндәй, тормош иптәшем – Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе. Шулай уҡ ул – ҡатын-ҡыҙҙар советына бәйле эшмәкәрлегемдә төп ярҙамсым, үҙе лә “көмөш” ирекмән.
Үҙебеҙҙең шәхси йортобоҙҙа йәшәгәс, эш етерлек. Иптәшем менән сәскә түтәлдәрен үҙенсәлекле итеп яһап, төрлө архитектура формалары рәүешендә биҙәү менән мауығабыҙ. Сәскәләрҙең төрлөһөн үҫтерәбеҙ, улар ишек алдын йәмләп кенә ҡалмай, кәйефте күтәрә. Икебеҙ ҙә матурлыҡ тыуҙырырға, һәр ғәмәлдә бөхтәлек яратабыҙ.
– Хаҡлы ялдағы кеше булһағыҙ ҙа, буй-һынығыҙ һоҡланырлыҡ. Был спорт яратыуҙың, әүҙем тормош алып барыуҙың һөҙөмтәһеме?
– Эйе, тап шулай. Һәр иртәне күнекмәләр яһауҙан башлайым. Алда әйткәнемсә, ҡышын – саңғыла, йәйен велосипедта йөрөйөм. Йөҙөү – күп йәһәттән файҙалы шөғөл. Шулай уҡ волейбол, теннис уйнау оҡшай. Ғөмүмән, спорт кешегә көс тә, дәрт тә, матурлыҡ та бирә. Һуңғы йылдарҙа йога менән мауығам, ул тәнде генә түгел, йәнде лә дауалау ҡөҙрәте менән ылыҡтыра, камиллыҡҡа ынтылырға, үҙең менән гармонияла йәшәргә этәргес бирә.
Мин һәр ваҡыт эҙләнәм. “Күңелеңде һалһаң, барыһын да булдыраһың”, тиҙәр бит. Эйе, бихисап матур эштәр башҡарылды, әммә киләсәккә пландар һәм идеялар тағы ла күберәк. Фекерҙәштәрем ярҙамында уларҙы тормошҡа ашыра алырбыҙ, тип ышанам.
Фотолар: Илһөйәр Проскурякованың шәхси альбомынан.