Йәмғиәт
27 Июнь 2024, 04:15

Республика артабан да фәнгә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итәсәк

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында булды.

Республика артабан да фәнгә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итәсәкРеспублика артабан да фәнгә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итәсәк
Республика артабан да фәнгә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итәсәк

Унда төбәк етәксеһе энергетика, авиация һәм башҡа сәнәғәт тармаҡтары өсөн ғилми-техник эшләнмәләр өлгөләре менән танышты, шулай уҡ “Фән сәғәте” форматында күсмә тематик кәңәшмә үткәрҙе.

Институтта республика Башлығы Радий Хәбиров йәштәр лабораториялары ғалимдары менән дә аралашты. “Углеродлы наноматериалдар физикаһы һәм механикаһы” лабораторияһы етәксеһе, Рәсәй фәндәр академияһы профессоры Юлия Байымова һөйләүенсә, бында энергетика һәм машиналар эшләү өсөн углеродлы материалдарҙың физик һәм механик үҙенсәлектәрен моделдәштереү, яңы углеродлы наноматериалдар эшләү, композиттар алыу ысулдарын анализлау менән шөғөлләнәләр.

– Һеҙҙең сәнәғәт предприятиелары менән әүҙем эшләүегеҙ мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республика артабан да фәнгә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фәнгә туранан-тура ярҙам сараларына республика бюджетынан йыл һайын 500 миллион һум йүнәлтелә. 2022 йылдан улар иҫәбендә йәш ғалимдарҙың һәм уҡытыусыларҙың стажировкаларына һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200-шәр миллион һум бүленә.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас