Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь , 20:00

Тағы ла ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостан биләмәһенә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайыш райондарынан циклон килә.

Тағы ла ҡойма ямғырҙар көтөлә
Тағы ла ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағында Башҡортостан биләмәһенә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайыш райондарынан циклон килә. Күпселек райондарҙа, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан тыш, һауа торошо боҙола. Йәнә көслө ямғыр яуыуы көтөлә.

«28-29 июндә урыны менән ҡойма яуын, оҙайлы көслө ямғыр, күк күкрәгәндә елдең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана. Республиканың бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе көтөлә. Урыны менән уйһыу ерҙәрҙе һыу баҫыуы ихтимал. 30 июнгә яуым-төшөм кәмей. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин», — тип хәбәр итә синоптиктар.

Июль башында республикала һауа температураһы нормаға ярашлы һәм унан юғарыраҡ булыр тип фаразлана.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: