Танылған йырсы Юнир Һағынбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы видеояҙмалар һәм фотолар менән уртаҡлашты.
"Быйыл, ниһайәт, бесәнгә төштөм. Бесән, Аллаға шөкөр, уңған. Бесәнлектә сапмайбыҙ, урамды сабабыҙ. Ямғырҙа бесән сабыуҙары эх күңелле. Күгәүен, себен, серәкәй юҡ)))" тип уртаҡлашты Юнир Һағынбаев.
Ә һеҙҙең яҡта бесәнгә төштөләрме әле? Ямғыр ҡамасауламаймы? Әллә Баймаҡ районының Буранбай ауылы йырсыһы кеүек шыптыр кейем кейеп, бесән сабаһығыҙмы?
Фотолар һәм видеолар: Юнир Һағынбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.