+21 °С
Болотло
Бөгөн иртә менән социаль селтәрҙә стюардессаның әсәһенә самолетта сәскә бүләк итеүе хаҡындағы видеояҙма таралды.
Күңелдәргә йылылыҡ биргән был видеоның төп сәбәпсеһе - Айгөл Ибраһимова Баймаҡ районы Сосновка ауылында йәшәй. Уның ҡыҙы Айгүзәл стюардесса булып эшләй. Өфөнән Мәскәүгә осҡанда ҡыҙы уға сюрприз эшләгән.
Афарин, Айгөл! Әсәйеңде ҡыуандырып, унан изге фатихалар алғанһың! Еңел осоштар юлдаш булһын!
Фото һәм видео: телеграмдан