Йәмғиәт
1 Июль 2024, 02:00

Баймак үзбәгенең мажаралары

Был донъяла ни генә булмай...

Баймак үзбәгенең мажараларыБаймак үзбәгенең мажаралары
Баймак үзбәгенең мажаралары

Рафиҡ ХӘСӘНОВ. ВАХТА МӘҘӘКТӘРЕ


Переноска эшләмәгәс,күрше вагончикка индем дә:
— Извините, у вас лишней переноски не будет? - тинем руссалап, ҡабырғаһы менән яңғыҙы ғына ултырған 55 йәштәр тирәһендәге ағайға.

Ул миңә бер һирпелеп кенә ҡараны ла күкле-йәшелле сәрелдәк тауыш менән саф башҡортса:

— Әпсәңдең т...те! Миндә ниндәй переноска булһын! Ҡаҡшатты мынау үзбәкләр әй! Һорана ла йөрөйҙәр! Юҡ бер нәмә лә! - тине.

Мин аптырап баҙап ҡалдым да көлә башланым. Был ағай: "Че ысмиесся?!" - ти асыулы итеп. Мәйтәм, ағай, мин бит башҡортмын, тим, көлә-көлә. Ахырҙа был ағайым үҙе көлә башланы.

— Мин бит һине үзбәк икән тип уйланым, ҡустым! А-а-а-а-ай! Ғәфү ит бер үк! Хаталыҡ сыҡты бит! Анау халыҡ балаларын әйтәм, инструминт һорап тик йөрөйләр! Бер нәмәләре лә юҡ үҙҙәренең. Переноска кәрәкме ни?Пажалыста, ана ята, - ти.

Мәйтәм, ағай, улайтып халыҡ айырма инде, тигән булдым, проводты ҡулыма урай-урай.

Һуңынан, мине күргән һайын: "Әй! Һаумы, Баймаҡ үзбәге!" - тиер ине, башҡортҡа хас булған киң йылмайыуы менән.

Сығанаҡ: https://vk.com/abdrafik79?w=wall442536219_7401%2Fall

Фото: https://vk.com/abdrafik79

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас