Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июлдә республикала уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә (+19,2°С). Яуым-төшөмдөң айлыҡ күләме лә нормаға яҡын (50-70 мм) тип күҙаллана.
Дүшәмбе, 1 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +22,+27°.
Шишәмбе, 2 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағаналары төндә +12,+17°, көндөҙ +23,+28° күрһәтәсәк.
Шаршамбы, 3 июль, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлеше үҙгәреүсән, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +11,+16°, көндөҙ +26,+31°.
Автор фотоһы