Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында” Закондың 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон ҡабул итте. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре” почетлы исеме булдырылды. Ул күп йылдар хеҙмәт һәм вазифа бурыстарын намыҫлы башҡарғаны һәм шәхси ҡаҙаныштары өсөн дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырыласаҡ”, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Почетлы исем дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең абруйын күтәрергә ярҙам итер, йәмғиәттең дәүләт институттарына ышанысын нығытыр, тип күҙаллана.
Фото:”Башинформ”.