Йәмғиәт
2 Июля 2024, 07:30

Лидерҙар – Өфөлә

Рәсәйҙәр бындай мәртәбәле чемпионатта ҡатнашып, алты тапҡыр еңеү яуланы

Лидерҙар – ӨфөләЛидерҙар – Өфөлә
Лидерҙар – Өфөлә

"Global Management Challenge – 2024" тигән стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионаттың милли финалы Өфө ҡалаһында техник йәһәттән асылды. Мөһим сарала Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бөтәһе 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша.

– Рәсәйҙәр бындай мәртәбәле чемпионатта ҡатнашып, алты тапҡыр еңеү яуланы, – тип һөйләй дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү институты директоры урынбаҫары, проекттың етәксеһе Вячеслав Шоптенко. – Һуңғы тапҡыр сара Анголала ойошторолдо, унда иһә Ҡытайҙан ҡала икенсе урынға сыҡтыҡ, ул да насар түгел. Әйткәндәй, бында студенттар ҙа ҡатнаша, уларға ҙур тәжрибә буласаҡ.

Чемпионттың милли финалы 3 июлдә тамамлана, тимәк, ул көндө еңеүселәр асыҡланасаҡ. Еңеүселәр иһә Һиндостандың баш ҡалаһы Дели ҡалаһында Рәсәйҙең данын яҡлай.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас