Хәйбулла районы Сәғит ауылында йәшәгән Луиза Мәмбәтова менән танышҡас, уның күңеленең киңлегенә, йөрәгенең изгелегенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Бик һирәктәр өлөшөнә төшкән сабырлыҡ һәм түҙемлек, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләгән, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә һаҡсыл ҡараған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул. Шулай булмаһа, оҙаҡ йылдар ҡәйнәһен ҡарап, әсәһен тәрбиәләп кенә ҡалмай, килен булып төшкәндән алып инвалид ҡәйнешен дә бағырға батырсылыҡ итер инеме икән?!
Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Орск ҡалаһында белем ала һәм механика заводына эшкә төшә. Тап ошонда буласаҡ ире, Сәғит ауылы егете Шәһиҙулла Сәлимйән улы менән таныша. Йәштәр күп тә үтмәй, сәстәрен сәскә бәйләй. Тәүге ҡыҙҙары Линиза тыуа, йәштәр ҡаланан фатир алырға тип хыялланып йөрөгән саҡтарында ҡайныһының ауырып китеүе хаҡында хәбәр алына. Йәш ғаилә үҙ-ара кәңәшләшеп, атай нигеҙенә ҡайтырға ҡарар итә һәм шул көндән алып бөгөнгәсә улар ауылда донъя көтә.
Биш ҡыҙға ғүмер биреп, сәскәләй һылыуҡайҙарҙы тәрбиәләп үҫтерәләр. Линиза, Динара, Даниса, Әнисә һәм Рәмзилә ҡыҙҙары бәләкәйҙән йорт эштәренә булыша, хатта аталарына ла ярҙам итә. Ҡыҙҙар үҫкән саҡта инвалид ағайҙары Нафиҡтың ярҙамы ныҡ була, ул бәләкәстәрҙе ҡараша, улар менән уйнай, шаяра. Бөгөн ҡыҙҙарҙың барыһы ла үҫеп бөткән, әммә Нафиҡ ағалары ғына әле булһа бала холоҡло, эскерһеҙ һәм ҡыйыуһыҙ килеш ҡалған. Бала саҡтан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән “бала” ла киләһе йыл 55 йәшен билдәләйәсәк, әле II төркөм инвалиды.
—Ҡәйнәм 95 йәшкә тиклем йәшәне, бик татыу булдыҡ, хатта серҙәштәр инек,–тип ғүмер йомғағын һүтә Луиза Рим ҡыҙы. —Ҡыҙҙарымдың барыһына ла минеке кеүек яҡшы ҡәйнә тап килеүен теләйем. Әле Динар ейәнебеҙ беҙҙең менән, үҙемдең улдарым булмағанға күрә, тәүге ейәнебеҙ беҙҙең өсөн оло шатлыҡ булды. Нафиҡ ҡәйнешем менән дә бик татыу йәшәйбеҙ, уның күңеленең шул тиклем эскерһеҙ булыуына иҫең китер, хатта себенде лә рәнйетергә ҡулы бармай. Быйыл бер аҙ сирләштереп тә ала, шуға күрә район дауаханаларына йөрөтөргә тура килә. Хәҙер үҙенә айырым тәрбиә талап ителә, шунлыҡтан беренсе төркөмгә күсереү мәсьәләһе лә асыҡ килеш ҡалып килә, иптәшемдең дә күп ваҡыты уның менән үтә. Бәлки,уға инвалидты ҡараған өсөн ниндәйҙер ташламалар ҡаралмағанмы тип тә уйлайбыҙ. Шуға яҡын арала район дауаханаһына, социаль бүлектәргә барып ҡайтырға уй бар. Күп осраҡта ауырыу хәлен һау белмәй, тигән кеүек тә килеп сыға, сөнки тыныс йөрөгән кешенең дә ҡапыл ҡыҙып китеүе лә ихтимал. Ирем дә һәр саҡ әйҙә тора алмай, мал да аҫрайбыҙ, хужалыҡ эштәре лә бихисап.
Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Сәғит ауылы старостаһы, халыҡты әйҙәй ҙә, уларға ярҙам итә лә белә.
Автор фотоһы.