Иҫке Балтас ауылында ҡош-ҡорт менән булған ваҡиға күптәрҙе һиҫкәндерҙе. Ярһыған әтәс тыҡрыҡ буйлап велосипедта барған балаларға ташланған, тип яҙа “Балтас таңнары”. Бындай хәлдәр ауылдарҙа һирәк була. Күптәр фекеренсә, мал-тыуар аҫрау ҡағиҙәләрен боҙоу, кәртәләнгән урындарҙа тотмау, хужаның күҙәтмәүе арҡаһында күңелһеҙ хәлдәр тыуа ла инде.
Бер ҡараһаң, әтәстең үҙенең “ғаилә ағзаларын” сит-ят күҙҙән һаҡларға тырышып, ғәйрәтлек күрһәтеүе ғәжәп тә түгел.
Июнь айы аҙағында редакция хеҙмәткәренә был ваҡиғаның шаһиты булырға тура килгән. Ете һәм 12 йәшлек бер туғандар өйҙәренә велосипедта ҡайтып барған. Урамда иркенләп йөрөгән тауыҡтар осраған. Әтәскә уның биләмәһенә үтеп ингән ситтәр оҡшамаған, әлбиттә. Һәм уларҙы ҡурҡытырға теләп, һөжүмгә ташланған.Балалар ҡурҡыштарынан велосипедтарын ташлап йүгерергә тотонған. Батыр әтәс велосипедтар алдына сығып баҫып, малай менән ҡыҙға яҡын килергә форсат бирмәгән. Малай уны ҡыуырға тырышып ҡарай, әммә ярһыған әтәс тынысланырға уйламай ҙа. Бары өлкән кешенең ярҙамы менән балалар велосипедтарын алып, өйҙәренә ҡайтырға юллана.
Социаль селтәрҙә фекер алышҡандар шундай һығымтаға килгән: мал-тыуар, ҡош-ҡорт урам буйлап донъя гиҙергә, кешеләргә хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел.