Йәмғиәт
3 Июль 2024, 17:15

Еңеүселәр асыҡланды

Воронеж һәм Волгоград өлкәләренең йыйылма командаһы беренселеккә сыҡты.

Еңеүселәр асыҡландыЕңеүселәр асыҡланды
Еңеүселәр асыҡланды

"Торатау" конгресс-холында ойошторолған XVIII "Global Management Challenge-2024" стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионаттың милли финалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығыш яһауы сараға мәртәбә өҫтәне.

– Һәр ваҡыт кадрҙар бөтәһен дә хәл итте, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа төбәктәрҙә идара итеү командаларының эштәренең һөҙөмтәлелеген, шул иҫәптән эшһеҙлек кимәле буйынса ла иҫәпләнеләр. Хәҙер хәл-торош ҡырҡа үҙгәрҙе.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн конкуренция ныҡ көслө. Төбәктәрҙең идара итеү командалары бер-береһенә конкурент була ала, шул иҫәптән инвестиция мөхитенең торошо йәһәтенән Милли рейтингта ла. Башҡортостан иһә 2023 йыл йомғаҡтары буйынса тәүге тапҡыр өсөнсө урынға күтәрелде.

Чемпионаттың милли финалы 3 июлдә тамамланды, еңеүселәр асыҡланды. Воронеж һәм Волгоград өлкәләренең йыйылма командаһы беренселеккә сыҡты. Улар Һиндостандың баш ҡалаһы Делиҙа Рәсәйҙең данын яҡлаясаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас