Йәмғиәт
8 Июль 2024, 14:40

Бөгөн – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Тоғролоҡто сағылдырған һәйкәл асылды

Бөгөн – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөБөгөн – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Бөгөн – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Бөрө ҡалаһының үҙәк майҙанында әлеге мәлдә Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөнә арналған байрам бара. Унда төрлө милләт халҡының йыр-бейеүҙәре гөрләп тора.

Был байрамға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Төбәк етәксеһе үҙәк майҙанда Петр һәм Февронияға  һәйкәл асыуҙа ҡатнашты. Ғаиләне, тоғролоҡто сағылдырған был һәйкәл ҡалаға яңы биҙәк өҫтәр.

Бөрөлә был байрамды уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Майҙансыҡтарҙа төрлө күргәҙмәләр ойошторолған, байрам концерты күңелдәрҙе күтәрә.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас