Хәйбулла районының Федоровка ауылындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәйге уттай эш мәлендә лә ваҡыт табып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн именлек беләҙеге эшләй.
"Беләҙектә ныҡлы нейлон ептән биш метрлыҡ бау үрелгән. Ул 250 килограмға тиклем ауырлыҡҡа сыҙай. Уны яраланғанда ҡан килеүен туҡтатыр, йөктө беркетер өсөн, йәки бау урынына ҡулланырға мөмкин. Беләҙекте һүтеү өсөн бер нисә секунд ваҡыт етә, шунан һуң уны кәрәк осраҡта ҡулланырға мөмкин", - ти мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
Афариндар!
Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре".