Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә "Бала тыуыу" суперсервисы сиктәрендә быйылғы йылдың тәүге игеҙәктәре теркәлгән. Алгиз Расих улы һәм Гөлнәзирә Венер ҡыҙы Хәсәновтарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп игеҙәк ҡыҙҙары тыуған.
Сабыйҙарҙың ауырлыҡтары 2 кг тирәһе, буйҙары - 43 сантиметр. Ҡыҙҙарға ата-әсәһе Аиша һәм Айа тигән матур исемдәр ҡушҡан.
Сабыйҙар тыуыу айҡанлы йәш ғаиләне ЗАГС бүлеге мөдире Айгөл Бохарбаева ҡотлап, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләк – фотоальбом һәм "Беҙҙең бәләкәскә" йыйылмаһы тапшырған.
Бәхетле ата-әсәне беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм ҡыҙҙарының һау-сәләмәт үҫеүҙәрен теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.