“Ғаилә йылы” сайтында “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабында иң яҡшы видеоролик өсөн онлайн тауыш биреү башланды. Конкурста Башҡортостан исеменән Күмертау ҡалаһынан Корниловтар ғаиләһе ҡатнаша.
Корниловтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә ун бала үҫә. Александр Владимирович һәм Альбина Фәнил ҡыҙы һәр баланың ижади потенциалын асыу, күп яҡлы үҫешен тәьмин итеү өсөн бөтә көсөн һала. Ғаилә ҡала һәм республика конкурстарында ҡатнаша, балалар өҫтәмә рәүештә музыка, сәнғәт мәктәптәрендә шөғөлләнә.
Ғаилә институтын нығытыуҙа, балаларҙы тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Президенты Указы менән Альбина Корниловаға “Герой әсә” исеме бирелде, күп балалы әсә шулай уҡ “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланды.
“Ғаилә йылы” сайтында Корниловтар ғаиләһе өсөн тауыш бирергә Онлайн-голосование «Народная симпатия» бүлегенә күсегеҙ һәм “Бәйләнештә” чат-боты инструкцияларын үтәгеҙ.
1. Тауыш биреү чат-ботын асыу өсөн һылтанма буйынса инегеҙ (“Бәйләнештә”теркәлгән профиль булырға тейеш).
2. ”Башларға”төймәһенә баҫығыҙ.
3. ”Төбәкте һайларға” төймәһенә баҫығыҙ.
4. ”Федераль округ – Волга буйы федераль округы”н һайлағыҙ.
5. Бөтә төбәктәрҙе ҡарау өсөн “РФ төбәктәренең артабанғы исемлеген күрһәтергә” төймәһенә баҫығыҙ һәм “Башҡортостан Республикаһы”н һайлағыҙ.
6. Баҫҡандан һуң конкурста ҡатнашыусы ғаиләһенәң карточкаһы асыла, унда видеороликты ҡарарға мөмкин.
Онлайн тауыш биреү 2024 йылдың 31 июленә тиклем үткәрелә. Иң күп тауыш йыйған видеоролик еңеүсе булып иҫәпләнә. 89 финалистың тик береһе өсөн генә тауыш бирергә мөмкин.
Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсы - илдә Ғаилә йылын үткәреүҙәге төп сараларҙың береһе. Уны Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Балаларҙы яҡлау фонды, төбәктәрҙең башҡарма власть органдары ойоштора. Йыл һайын конкурста дүрт меңдән ашыу ғаилә ҡатнаша.
Фото: Башҡортостан Республикаһының рәсми порталы.