Йәмғиәт
9 Июль 2024, 15:35

Сумкамды аҫып алам да кешеләр янына сығып китәм

 Эшемде бер ҡасан да иртәгәгә ҡалдырырға күнекмәгәнмен, ти Лилиә Гәрәева.

Сумкамды аҫып алам да кешеләр янына сығып китәмСумкамды аҫып алам да кешеләр янына сығып китәм
Сумкамды аҫып алам да кешеләр янына сығып китәм

"Үҙ эшенең оҫтаһы" конкурсында ҡатнашҡан Лилиә Гәрәева - Миәкә районының Садовый ауылында почтальон. Бына инде нисәмә йылдар ал-ял белмәй бурысын намыҫ менән башҡара ул.

– Эшенән кинәнес тапҡандарҙы бәхетле тиҙәр, маҡтаныу тип ҡабул итмәгеҙ, мин тап шундайҙарҙың береһе, – тип һөйләй Лилиә Борис ҡыҙы. – Сумкамды иңемә аҫып алам да кешеләр янына сығып китәм. Нимә генә тиһәң дә, гәзит һәм журналдарҙы ла, бүтән төрлө әйберҙе лә ваҡытында алып барып еткерергә кәрәк. Эшемде бер ҡасан да иртәгәгә ҡалдырырға күнекмәгәнмен. Бөгөн эшемде бөтәм һәм күңелем дә тыныс.

Зилә Заһиҙуллина һөйләүенсә, Лилиә Борис ҡыҙы йәштәргә һәр йәһәттән дә өлгө булып тора. Уның йортонда ла тәртип, эшен дә матур итеп алып бара. Лилиә Гәрәева кеүек тырыштар күберәк булған һайын йәшәүе лә күңелле, эштәр ҙә ырай.

Фото: Лилиә Гәрәева. 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас